5 декабрь, Дүшәмбе

29 июль 2010 йыл, 16:27

«Полиэф» үҙ хеҙмәткәрҙәре балаларының йәйге ялын ойошторҙо

автор: Юлай Мәғсүмов

Быйыл йәй «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренең 85 балаһы сәләмәтләндереү лагерҙарында ял итәсәк.

30 бала ике сменала Ҡара диңгеҙ яры буйында, «Юность» лагерында (Шепси ҡасабаһы) ял итә.

55 малай һәм ҡыҙ үҙ каникулын «Зарница» балалар сәләмәтләндереү лагерында үткәрә. Һәр смена 21 көн дауам итә. Был ваҡыт эсендә балалар спорт һәм күңел асыу сараларында ҡатнашырға, үҙ һәләттәрен күрһәтергә, яңы дуҫтар табырға өлгөрә.

Шуны әйтергә кәрәк, ата-әсәләрҙең балаларының йәйге ялына сығымдары ғаилә бюджетына артыҡ ҙур көс һалмай. «Зарница»ға путевкалар һатып алыуға төп сығымдар эш биреүсегә һәм республика бюджетына төшә, ә «Юность»ҡа — «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә һәм предприятиеның профсоюз комитетына.