Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Сибайҙа ҡоролоҡ эҙемтәләрен еңеү буйынса штаб ултырышы

Иҡтисад

Бөгөн Сибайҙа Көньяҡ Урал райондарында кире һауа шарттары эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив төркөм ултырышы үтә. Уның эшендә оператив төркөм ағзалары, Көньяҡ Урал  муниципаль райондары хакимиәт башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралыҡтары (бүлектәре) начальниктары, БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының милекселеккә идара итеү буйынса комитет рәйестәре, ведомстволағы ойошмалар етәкселәре ҡатнаша.  

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр хужалыҡтарға һәм халыҡҡа уңыш йыйыуҙа, мал аҙығы әҙерләүҙә, малды аҙыҡ менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен тикшерә.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, оператив төркөм Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың 21 июлдәге бойороғона ярашлы төҙөлдө. Ул Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондарында һәм Сибай ҡалаһы ҡала округында ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса тәғәйен саралар күреү өсөн ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть