6 декабрь, Шишәмбе

29 июль 2010 йыл, 15:09

Ҡотҡарыусылар төн буйы Баймаҡ районында юғалған малайҙы эҙләй

автор: Ольга Мортазина

Төнгө сәғәт берҙә Сибай эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусыларына Баймаҡ районы Темәс ауылы кешеләре мөрәжәғәт итә: уларға ҡунаҡҡа килгән 10 йәшлек малай юғалған. Кисен, берәү ҙә өйҙә булмағанда, ул әйберҙәрен йыйған да сығып киткән. Һуңғы тапҡыр уны киске туғыҙҙарҙа Темәс эргәһендәге заправкалау станцияһында күреүҙәре асыҡлана.

БР Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бәләкәй ҡасҡынды төнө буйы Баймаҡ районы ҡотҡарыусылары, милиция һәм янғын һүндереүселәр эҙләй. Улар эргә-тирәләге биләмәне, урман һыҙаттарын, ҡыуаҡлыҡтарҙы, ташландыҡ биналарҙы йөрөп сыға, әммә баланы тапмай.

Иртәнге сәғәт 9-ҙа малайҙың Юлдыбай эргәһендәге автозаправкала табылыуы тураһында мәғлүмәт алына. Малай, күрәһең, юлда осраған машиналар ярҙамында ата-әсәһе йортона ҡайтып етергә иҫәп тотҡан – улар Йылайыр районы Матрай ауылында йәшәй.