5 декабрь, Дүшәмбе

29 июль 2010 йыл, 15:02

Эш биреүсе үҙ хеҙмәтсәндәренә 1,3 миллион һум бурыслы

автор: Ольга Мортазина

РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы БР буйынса Тикшереү комитетында Сибайҙан шәхси эшҡыуарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. 40 йәшлек ҡатын 2009 йылдың ноябренән үҙ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләмәгән. Тәфтишселәр эш биреүсенең эш хаҡы буйынса бурысын белә һәм уны  өлөшләтә ҡаплау мөмкинлеге була тороп та, уның электр энергияһы өсөн һәм заемдарын ҡаплауға 500 мең һум аҡса түләүен асыҡлай. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре алып барыла.