6 декабрь, Шишәмбе

29 июль 2010 йыл, 14:42

Өфөлә ат спорты буйынса ярыштар үтә

автор: Ирек Мөхәмәҙиев | фото: Ирек Мөхәмәҙиев

Башҡортостандың баш ҡалаһында бөгөн Өфөнөң Киров районы ат клубтары араһында беренсе асыҡ ат спорты фестивале үтә.

Инвалид балалар өсөн Республика иппотерапия үҙәге директоры Наталья Никитина әйтеүенсә, фестиваль формаһында үткән ярыштарҙа Өфөнөң "Алтын даға", "Арғымаҡ" ат спорты клубтарынан һәм иппотерапия үҙәгенән тыш, Ҡырмыҫҡалы районының "Фазенда" клубы спортсылары ҡатнаша. Ярыштар балалар, йәштәр араһында ат спортын һәм һыбай йөрөүҙе популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үткәрелә.

Ярыштар ҡатнашыусылар парадынан һәм фестивалде асыу тантанаһынан һуң уҡ башлана.  12 йәштән 30 йәшкә тиклемге 23 спортсы Республика иппотерапия үҙәге ипподромында ике конкур төрөндә приздар өсөн ярышасаҡ. Призерҙарҙың һәм еңеүселәрҙең исемдәре, судьялар коллегияһы фестивалгә йомғаҡ яһағас, кис һуң ғына билдәле буласаҡ.

темалар: ат спорты