Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Колос» студенттар отряды уңыш йыйыуҙа ярҙам итә

Иҡтисад

Башҡорт дәүләт аграр университетының «Колос» махсус отряды студенттары урып йыйыу кампанияһында ҡатнаша. 78 буласаҡ инженер – «Башҡорт» МТС-ы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында, 49 – «Ергән МТС-ы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, 27 студент «Урал аръяғы» МТС-ы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында эшләй. Аграр вуздың тағы 65 студенты республиканың төрлө хужалыҡтарында йәлеп ителгән.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, студенттар һөнәри күнекмә алыу ғына түгел, юғары хеҙмәт күрһәткестәренә лә өлгәшә. Мәҫәлән, «Ергән МТС-ы»ның Ишембай бүлексәһендә эшләүсе Денис Шестеров менән Эльвир Әсфәндиәровтың студенттар экипажы Мега-360 комбайнында 4500 центнерҙан ашыу иген һуҡты. «Башҡорт» МТС-ының Дүртөйлө филиалында эшләүсе Денис Хөсниәров үҙйөрөшлө МАК-ДОН сапҡысында 382 гектар иген культуралары сапты.

Вадим Ғиндуллиндың отряды ла үҙен яҡшы ғына күрһәтте. Егеттәр «Башҡорт» МТС-ының Дүртөйлө филиалында менеджерҙар сифатында үҙ һәләттәрен күрһәтә.

Быйылғы ураҡта төбәк-ара студенттар отряды ҡатнаша. Алтай дәүләт аграр университетынан өс студент «Башҡорт» МТС-ының Шишмә филиалында «Нива» студенттар төҙөлөш отряды составында эшләй. Егеттәр бик ҡәнәғәт, улар өсөн был алдынғы тәжрибә, быны улар үҙҙәрендә, Алтайҙа, үҫтерәсәк. Ә беҙҙең студенттарыбыҙ Алтай крайында автомобиль юлдары төҙөлөшөндә эшләй.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть