6 декабрь, Шишәмбе

29 июль 2010 йыл, 12:34

«Полиэф» йәмғиәтендә яңыса планлаштырасаҡтар

автор: Юлай Мәғсүмов

«Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә бизнес-процестар сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән яңы проект — функциональ бизнес-план (ФБП) старт алды.

ФБП функционалдың асыҡлығын һәм бөтә подразделениеларҙың бер форматта горизонталь үҙ-ара бәйләнешен тәьмин итергә, предприятиеның дөйөм стратегияһын эшләүгә булышлыҡ итергә тейеш.

Проектты тормошҡа ашырыу өс мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәк: беренсенән, 2010 йылдың икенсе ярты йыллығына һәм 2011 йылға функциональ бизнес-план төҙөргә, мотивация системаһын төҙәтергә һәм, ахыр килеп, киләһе йылға интеграцияланған менеджмент системаһы маҡсаттарын эшкәртергә.

Благовещен  предприятиеһының генераль директоры Владислав Кузнецов, проект менән таныштырып, шулай тине:  

— Подразделениелар эш процесын һәм уны планлаштырыуҙы, проблемалы зоналарҙы аңлау өсөн майҙансыҡ алыу иҫәбенә функциональ бизнес-план эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Һөҙөмтәлә бөтә кимәлдәрҙә подразделениелар араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек юлға һалынасаҡ.