9 декабрь, Йома

29 июль 2010 йыл, 12:08

Олҡан участкаһында ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыуға хоҡуҡ алған еңеүсе иғлан ителгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Олҡан участкаһында углеводород сеймалын геологик тикшереү, разведкалау һәм сығарыу маҡсатында ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары менән файҙаланыу хоҡуғына үткәрелгән аукциондың еңеүсеһе тип 14520 миллион һум суммала бер тапҡыр индерелеүсе түләү башҡарырға әҙерлеген раҫлаған “Башнефть”  акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте табылған.

Аукционды ойоштороусы – Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса Башҡортостан Республикаһы идаралығы хәбәр итеүенсә, «Башнефть» йәмғиәтенән тыш сауҙала «Башнефтегеофизика» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә ҡатнашҡан.  

Олҡан участкаһы Туймазы һәм Шаран райондары биләмәһендә урынлашҡан. Унда С3 категорияһындағы (0,4 миллион тонна) нефть ресурстары сығарыуға әҙер ике структура бар. Лицензияланған участка майҙаны 165,4 квадрат метр тәшкил итә.

Ә башҡа аукциондарға килгәндә иһә, Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ Башҡортостандың Ар, Көнсығыш Ыҡ, Көнбайыш Көнгәк участкаларында углеводород сеймалын геологик тикшереү, разведкалау һәм сығарыу маҡсатында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға хоҡуҡ алыуға үткәрелгән аукциондар ғәмәлгә ашмаған, тип ҡарар итте. Был уларҙа ҡатнашыуға заявкаларҙың булмауы менән аңлатыла.