6 декабрь, Шишәмбе

29 июль 2010 йыл, 10:53

Талпан тешләүенән республикала 14088 кеше зыян күргән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республикала 14088 кеше талпан тешләгәндән һуң республиканың дауалау-профилактика учреждениеларына мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 26 проценты – балалар. Шундай мәғлүмәт килтерә 22 июлгә ҡарата Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы.

Лабораторияла 5750 талпан тикшерелгән, шуларҙың ни бары 98-е (1,7%) талпан энцефалиты менән зарарланған булыуы асыҡланған.

3453 кеше (мөрәжәғәт иткәндәрҙең 25%) иммуноглобулин һалыуға ризалығын биргән.

Әлеге ваҡытта вируслы талпан энцефалиты менән ауырыуҙың 13 раҫлау тапҡан осрағы теркәлгән.  Былтыр был датаға ҡарата 24 осраҡ теркәлгән булған.