3 декабрь, Шәмбе

29 июль 2010 йыл, 10:22

Өфөлә йәшәүселәрҙең эсәк инфекцияһы менән сирләү факты буйынса тикшереү үткәрелде

автор: Ғәлиә Нәбиева

22 июлдән 26-һына тиклем Өфөлә 16 кешенең эсәк инфекцияһы менән сирләү осрағы теркәлде. Бер ауырыуҙан башҡа барыһы ла дауаханаға һалынды һәм тейешле дауалау ала. Сирләү уртаса ауыр һәм ауыр формала үтә.  

Был факт буйынса Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре 23 июлдә эпидемиологик тикшереү башланы. Сирләүселәрҙең барыһы ла «О'КЕЙ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте гипермаркетында әҙерләнгән һәм һатып алынған продукцияны ҡулланыуы асыҡланды.

Лабораторияла тикшереү өсөн әҙер кондитер изделиелары, аҙыҡ-түлек сеймалы, йыуған һыу алынды. Кондитер цехы персоналын эсәк төркөмөнә һәм стафилококк йоҡтороуға тикшереү ойошторолдо. Өфөнөң Дезинфекция станцияһы 23 июлдә гипермаркеттың производство цехтарында дезинфекция үткәрҙе.

Эпидемиологик тикшереү барышында санитария ҡағиҙәләре талаптарын боҙоуҙар асыҡланды.