Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

PR-белгестәр бөгөн үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй

Йәмғиәт

Бөгөн PR-белгестәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. 28 июль көнө осраҡлы һайланмаған. Тап ошо көндә 2004 йылда Дөйөм Рәсәй эшселәр профессияһы, хеҙмәткәрҙәр вазифалары һәм тариф разрядтары классификаторына йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгестәрҙең квалификацияһын билдәләүсе характеристика индерелгән. Ә теүәл бер йылдан һуң был профессияны дәүләт теркәүе үтә. Һөнәрҙе теркәү процесы иһә Рәсәй йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса ассоциацияһы инициативаһы менән 2001 йылда уҡ башлана.

Дәүләт кимәлендә танылыуы был һөнәрҙе йәшерен профессиялар рәтенән сығара.  «Пиар» бизнес үҫешенә йоғонто яһаған маркетинг, реклама һәм башҡа өлкәләр кеүек кәрәкле инструмент статусын ала. Йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгестәр бөгөн илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың бар эре компанияларында хеҙмәт итә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть