9 декабрь, Йома

28 июль 2010 йыл, 17:31

«Селигер»ҙа Өфөнән йәш эшҡыуар проекты хупланды

автор: Любовь Колоколова

Өфөнән йәш эшҡыуар Дамир Рысаев хлорлы полимерҙарҙың комплекслы термостабилизаторҙарын алыуҙың һөҙөмтәле ысулын уйлап тапты. Үҙ проектын ул «Селигер-2010» Йәштәр форумына сығарҙы. «Система Саров» технопаркы ҡарамағындағы конкурс комитетында уның проекты яҡлау һәм хуплау тапты: комиссия уға ун балдан һигеҙ ҡуйҙы.  

Дамир Рысаев аңлатыуынса, комплекслы термостабилизаторҙар алыу технологияһының Рәсәйҙә аналогтары юҡ. Был матдәләр пластмассалар етештергәндә ҡулланыла. Аналогтары әлегә Төркиәнән индерелә, ләкин унда улар энергия сығымы талап иткән күп стадиялы һәм күп ҡалдыҡлы технология буйынса әҙерләнә. Беҙҙең йәш яҡташыбыҙ иһә бер төркөм фекерҙәштәре менән бергә бер стадиялы, аҙ ҡалдыҡлы, ресурстарҙы һаҡлағыс технология уйлап тапты.  

Был уйлап табыу эше буйынса патент алынған да инде, технология авторлыҡ хоҡуғы менән яҡланған. Комплекслы термостабилизаторҙар алыуҙың яңы ысулын индереү өсөн йәш эшҡыуарға, форумда вәғәҙә ителеүенсә, ярайһы уҡ аҡса бүленәсәк.

Дамир Рысаев «Тантана" сәнәғәт-сауҙа компанияһы директоры, техник фәндәр кандидаты. Бынан алда ул «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары — 2010» конкурсында Башҡортостан Республикаһы буйынса «Йәш бизнес мастеры» номинацияһында еңеүсе тип танылды.