Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

«Сибур» компанияһы етәксеһе менән эш осрашыуы

Сәйәсәт

28 июля Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Сибур» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте президенты Дмитрий Конов менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Рөстәм Хәмитов менән Дмитрий Конов республиканың «Сибур» компанияһы менән хеҙмәттәшлеген үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Шулай уҡ нефтехимия өлкәһендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында ла һүҙ алып барылды. Атап әйткәндә, «Полиэф» предприятиеһындағы хәл ҡаралды, уның акционеры булып «Сибур» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тора. Полиэфир комплексы эшмәкәрлегенең финанс-иҡтисади күрһәткестәре, комплексты артабан үҫтереү һәм модернизациялау буйынса саралар тикшерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть