7 декабрь, Шаршамбы

28 июль 2010 йыл, 16:09

«Учалинская газета» «Халыҡ власы» Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты булды

автор: Любовь Колоколова

«Учалинская газета» мөхәрририәте урындағы үҙидара темаһын яҡтырҡан өсөн «Халыҡ власы» VI Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә өсөнсө дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Конкурсты Рәсәй Ҡала һәм район гәзиттәре ассоциацияһы, «Бәләкәй Тыуған ил» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы, Америка юристары ассоциацияһы ойошторҙо. «Российская Федерация сегодня», «Муниципальная власть», «Журналист» журналы һәм «Ковровская газета» мәғлүмәт ярҙамы күрһәтте. «Халыҡ власы» VI Бөтә Рәсәй журналистар конкурсының йомғаҡлау сараһы Владимирҙа үтте.

БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡтың киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү һәм мәғлүмәт-аналитика тәьминәте бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, йомғаҡлау этабына были конкурс лауреаттары һәм дипломанттары, шул иҫәптән «Учалинская газета» хәбәрсеһе лә саҡырылды. Журналистар властың асыҡлығын тәьмин итеүҙә урындағы киң мәғлүмәт сараларының роленә, муниципаль идаралыҡтың һәм коррупцияға ҡаршы тороуҙың демократик принциптарын тормошҡа ашырыуҙы яҡтыртыуға арналған семинарҙарҙа ҡатнашты. Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә коррупцион хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы тикшереү үҙенсәлектәре, граждандарҙы урындағы үҙидара эштәренә йәлеп итеү алымдары тураһында лекциялар уҡынылар.  

Сара илдең төрлө төбәктәренән йыйылған журналистарҙы наградлау тантанаһы менән тамамланды.