Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың иң яҡшы спортсылары һәм тренерҙары стипендиялар аласаҡ

Йәмғиәт

2010 йылдың 1 июленән Башҡортостан Республикаһында спортсыларға – спорт йыйылма командалары ағзаларына һәм тренерҙарға ай һайын Башҡортостан Республикаһы Президентының социаль стипендиялары түләнә.

«Башинформ» агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең (№ 819-р 2010 йылдың 23 июленән) бойороғона ярашлы, спортсыларға – Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының спорт йыйылма командалары ағзаларына – 50 тренерға һәм 250 спортсыға — 1 июлдән ай һайын 300 социаль стипендия түләнергә тейеш. Был исемлеккә олимпиа спорт төрҙәре вәкилдәре лә, шулай уҡ олимпиа төрөнә ҡарамаған спорт вәкилдәре лә инә.

Ведомство олимпиа спорт төрҙәре менән шөғөлләнгән спортсылар араһынан стипендияға дәғүә иткән 500-ҙән ашыу дәғүәсене ҡараған.

Спортсылар стипендияһы күләме спорт төрө классификацияһына, спортсының йәшенә һәм уның ҡаҙаныштарына ҡарап 6 меңдән 35 мең һумға тиклем буласаҡ.  

Тренерҙарға стипендияның уртаса күләме 10 меңдән 20 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк.  

Төп маҡсаттары — спортсыларҙың ижади әүҙемлегенә булышлыҡ итеү, шулай уҡ төбәктә спорт резервын һәм тренерҙар кадрын һаҡлау һәм мөмкин тиклем яҡшыртыу.

Бойороҡто ғәмәлгә ашырыуҙы күҙәтеү Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығына йөкмәтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть