Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Пенсия фонды социаль программаларға субсидиялар бүлә

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте менән БР буйынса РФ Пенсия фонды бүлексәһе араһындағы Килешеүгә ярашлы, Пенсия фонды ҡаҙнаһынан социаль программаларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн тәғәйенләнгән средстволар иҫәбенән 10 миллион 305 мең һум күләмендә субсидиялар бүленә.  

Төп сумма — 7,2 миллион һум — Серафимовка балалар йорто-интернатының, Күмертау, Ишембай, Стәрлетамаҡ психоневрология интернаттарының матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтеләсәк, тип хәбәр иттеләр БР буйынса РФ Пенсия фонды бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән. Шул уҡ мәлдә өҫтәп финанслау шарттарында Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан 12,2 миллион һум бүленәсәк. Аҡсалар йоҡо корпустарында капиталь ремонт үткәреүгә һәм мунса – кер йыуыу ҡорамалдары һатып алыуға тотоноласаҡ.

Йәнә 3,1 миллион һум ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы алғандарға, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтарға өҫтәмә адреслы социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть