5 декабрь, Дүшәмбе

28 июль 2010 йыл, 11:26

«Китап» нәшриәтендә рус теле буйынса яңы әсбап сыҡты

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Кәбир Закирйәновтың «Книга о русском языке» китабы сыҡты. Уҡыу әсбабында милли (рус булмаған), шулай уҡ рус мәктәптәре уҡыусыларының телде өйрәнеү аң даирәһен киңәйтеүгә һәм лингвистик компетенцияһын формалаштырыуға булышлыҡ итеүсе рус теле тураһында бай материал бирелгән.

Әсбап ете бүлектән тора. Материалдарҙы биреү формаһы буйынса баҫма, бер яҡтан – хрестоматияны (фәнни һәм фәнни-популяр эштәрҙән өҙөктәр килтерелгән), икенсе яҡтан, белешмәне (белешмә материалдар, шул иҫәптән һүҙҙәр, терминдар, төшөнсәләр аңлатмалары күп) хәтерләтә.

Китапты "Китап" нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.

темалар: нәшриәт эше