8 декабрь, Кесе йома

28 июль 2010 йыл, 11:39

2010 йылдың беренсе ярты йыллығында Өфөлә 227 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында дөйөм майҙаны 227 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ йорт төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 6,9 процентҡа артығыраҡ. Торлаҡ төҙөлөшө структураһында индивидуаль төҙөүселәр менән сафҡа индерелгән торлаҡ өлөшө 55,4 процент тәшкил иткән. Улар менән, уҙған йылдың ғинуар-июненә ҡарата 36 процентҡа арттырып, 126 мең квадрат метр төҙөлгән. Был турала матбуғат конференцияһында хакимиәт башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова хәбәр итте.  

Ҡалала  социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге һәм йәшәйеште тәьмин итеү объекттары төҙөлөшө дауам итә. Улар араһында — «Сипайлово-3» биҫтәһендәге мәктәп, «Дим-8» биҫтәһендәге балалар баҡсаһы һәм башҡалар. Ҡайһы бер объекттар фйҙаланыуға тапшырылған да инде. Шул иҫәптән Достоевский урамы, 67 адресы буйынса төкәтмәһе менән 39-сы гимназия бинаһы, 2-се балалар йортоноң хужалыҡ блогы, Республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусы һәм «Черемушки» һауыҡтырыу лагерында йәйге балалар бассейны.