5 декабрь, Дүшәмбе

28 июль 2010 йыл, 11:19

«Мәғариф» милли проекты буйынса Башҡортостандан 37 уҡытыусы грант аласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә федераль грантҡа эйә булыусылар билдәләнде. Башҡортостанда Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Баймаҡ, Баҡалы, Борай, Дыуан, Ейәнсура, Йылайыр, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мишкә, Миәкә, Мәсетле, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Саҡмағош, Шишмә райондарынан, Өфө, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларынан 37 иң яҡшы педагог 200 мең һум күләмендә матди дәртләндереү аласаҡ. Грантҡа эйә булыусылар араһында – алты ир, Саҡмағош ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең технология уҡытыусыһы Радик Әмирханов, Борай ауылының 2-се гимназияһынан филолог Ирек Ғәллиев, Үрге Ҡыйғы ауылының 1-се мәктәбенән физика уҡытыусыһы Рәфил Мамиляев һәм Баҡалы ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән уның коллегаһы Алексей Немов, Өфөнөң Октябрь районынан айырым предметтарҙы тәрән өйрәнеү менән 42-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең география уҡытыусыһы Вадим Марушин, Туймазы педагогия колледжының тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Салауат Мөсифуллин.

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, башта грант алыу хоҡуғына төбәк конкурсында 380-гә яҡын уҡытыусы ҡатнашты. Еңеүселәрҙе 40 кешенән торған эксперт комиссияһы һайланы. Бөтә материалдарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң йомғаҡлау рейтингы төҙөлдө, уның буйынса еңеүселәрҙе билдәләнеләр ҙә. Бында эксперттар уҡытыусының йәмғиәттә танылыу яулауы, уҡыусыларының юғары һөҙөмтәләре, әүҙем кластан тыш эш алып барыу, төрлө семинарҙарҙа, мастер-кластарҙа ҡатнашыу, шулай уҡ үҙ белем биреү программалары булыуы кеүек факторҙарҙы иҫәпкә алды.  

Әйтергә кәрәк, 2010 йылда иң яҡшы уҡытыусылар конкурсында еңеүселәр һаны һиҙелерлек кәмене. Мәҫәлән, проектты бойомға ашырыуҙың тәүге өс йылында100 мең һум күләмендәге премияға Башҡортостандың 363 талантлы педагогы лайыҡ булғайны, 2009-ҙа уларҙың һаны 377-гә тиклем артты. Дүрт йылда республиканан инновацион белем биреү программаларын индереүсе бөтәһе 1466 уҡытыусы грант алды.

2010 йылдан матди дәртләндереү суммаһы 200 мең һумға тиклем арттырылды.