Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфө граждандары әүҙемерәк була бара

Иҡтисад

Ҡала властары Өфө халҡының граждан әүҙемлеге артыуын билдәләй. Кисә ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең эш башҡарыу бүлеге начальнигы Александр Смирновтың хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың тәүге алты айында ҡала хакимиәтенә 11587 мөрәжәғәт килгән, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был 17,8 процентҡа күберәк. Шул уҡ мәлдә ҡала халҡынан килгән мөрәжәғәттәрҙең ҙур өлөшө ғариза характерында (87%), 12,6% мөрәжәғәт – ялыуҙар, ҡалғандары тәҡдимдәргә ҡарай.

Урындағы власҡа мөрәжәғәт иткәндә өфөлөләр электрон почтаны әүҙем ҡуллана – уға 1225 мөрәжәғәт килгән – һәм «ҡыҙыу пейджер» хеҙмәтен — ярты йыл эсендә 892 мөрәжәғәт.

Ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәттәр иҫәбе артыуы менән бергә, параллель рәүештә Өфө халҡы ҡала райондары хакимиәттәренә лә йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлаған. Алты ай эсендә иң күп яҙма мөрәжәғәт Орджоникидзе районында теркәлгән – 2721. Сағыштырыу өсөн: уҙған йылдың ошо уҡ осоронда бында барыһы 1782 мөрәжәғәт теркәлгән.

— Граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәр тематикаһы башлыса элекке кеүек ҡала, — тине Александр Смирнов. – Халыҡты торлаҡ проблемаһы, ерҙән файҙаланыу һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәт күрһәтеү нығыраҡ борсой. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары фатирҙарында ремонт үткәреү һәм уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса программаны ғәмәлгә ашырыу менән бәйле, быйылғы йылда айырыуса күп мөрәжәғәт тап ошо категориялағы граждандарҙан килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть