11 декабрь, Йәкшәмбе

28 июль 2010 йыл, 9:46

Өфө районында игендән иң юғары уңыш алына

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө районы эшсәндәре һәр гектарҙан 16,6 центнер иген ала. Бөгөнгө көндә республика буйынса был игендән алынған иң юғары уңыш. Райондағылар был уңышҡа ла шат, әммә башҡа йылдарҙа хеҙмәтсәндәр гектарынан 30 центнерҙан да кәм алмай торғайны. Ҡоролоҡ шарттарында район игенселәрен ярайһы ҙур ужым культуралары баҫыуҙары ҡотҡара. Бына нисәнсе йыл рәттән республика эшсәндәренең страховка фонды үҙенең ышаныслылығын раҫлай. Ә баш ҡала янындағы район йәнә бер тапҡыр ужым бойҙайы һәм тритикале кеүек культуралар менән етди шөғөлләнергә кәрәклеген күрһәтә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Башҡортостан буйынса дөйөм алғанда 291 мең гектарҙа йәки 32 процент майҙанда иген һуғылған. Уртаса уңыш гектарынан 9,6 центнер. Тулайым йыйып алынған иген 281 мең тонна тәшкил иткән.

Республика бураларын Илеш (20,9 мең тонна), Саҡмағош (16,4 мең тонна) һәм Ауырғазы (15,8 мең тонна) райондары аграрийҙары һәйбәт тултыра.