7 декабрь, Шаршамбы

28 июль 2010 йыл, 9:00

Григорий Рапота Мортаза Рәхимовты ҡотланы

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза Рәхимовты юғары дәүләт наградаһы – I дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены алыуы менән ҡотланы.

Ҡотлауҙа былай тиелә:

“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Һеҙҙе юғары дәүләт наградаһы — I дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләү айҡанлы ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Һеҙҙең Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһындағы оҙаҡ йылдар уңышлы хеҙмәтегеҙҙе Рәсәй Президенты лайыҡлы баһаланы. Төбәктең уңышлы үҫеше һәм кешеләрҙең тормош кимәлен күтәреү Һеҙҙең хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы – йылдам үҫешеүсе төбәк, унда инвестиция ҡеүәте мөмкин тиклем күберәк файҙаланыла, сәнәғәт һәм аграр секторҙа иҡтисади үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыла. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән бәйләнештәр нығына. Республикалағы ыңғай үҙгәрештәр күп йәһәттән Һеҙҙең шәхси ҡатнашлыҡ һәм төбәктәге бөтә проблемаларға иғтибар биреүегеҙ һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйем.

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Г.А. Рапота”.

темалар: ҡотлауҙар