9 декабрь, Йома

27 июль 2010 йыл, 18:03

Ҡалаларҙа Башҡортостан Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре асыласаҡ

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан республикаһының муниципаль берәмектәрендә Башҡортостан Республикаһы Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре тураһында» Указына ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре республика дәүләт власы органдарының гражданлыҡ йәмғиәте институттары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеген тәьмин итеү, граждандарҙың республика Президентына телдән һәм яҙма мөрәжәғәтен оператив рәүештә тикшереү маҡсатында ойоштороласаҡ.

Указға ярашлы БР Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Учалы ҡалаларында һәм Дыуан районында асыласаҡ.

БР Президенты Хакимиәтенә был муниципаль берәмектәрҙәге урындағы үҙидара органдары менән берлектә 2010 йылдың 1 авгусына ҡәҙәр Башҡортостан Президенты йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләренең урынлашыу схемаһын һәм эшләй башлаясаҡ датаһын билдәләргә, йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре тураһында Положениены раҫларға һәм уларҙың эшмәкәрлеген тәьмин итергә ҡушылған.