Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Етем балаларҙың торлаҡ проблемаларын хәл итеү өсөн республикаға 13 млн. һум аҡса бүленәсәк

Иҡтисад

РФ субъекттарына 2010 йылға етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, шулай уҡ опекаға (попечителлеккә) алынған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә бүленәсәк субсидиялар күләме билдәләнде.  

Күрһәтелгән маҡсаттарға федераль бюджеттан бөтәһе 1,105 миллиард һумдан ашыу күләмендә средстволар йүнәлтелде. Субсидиялар РФ Хөкүмәтенең 2009 йылдың 31 декабрендәге 1203-сө Ҡарары менән раҫланған Ҡағиҙәләргә ярашлы бүленә. Дөйөм сумманан Башҡортостанға 13,055 миллион һум аҡса киләсәк. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алтынсы урында. Иң ҙур траншты Ырымбур өлкәһе аласаҡ – 27,3 млн. һум, унан ҡала Удмуртия – 24,3 млн. һум, Һарытау өлкәһе – 17,7 млн. һум, Һамар өлкәһе – 16,1 млн. һум, Киров өлкәһе – 13,8 млн. һум.

Был Ҡағиҙәләр положениеларын тормошҡа ашырыу маҡсатында етем балаларҙы 2010 йылға торлаҡ биналары менән тәьмин итеүгә һәм РФ субъекттары бюджеттарының сығымдары һөҙөмтәлелеге күрһәткестәренең маҡсатлы әһәмиәттәренә федераль бюджеттан субсидиялар иҫәбенә РФ субъекттарының сығым йөкләмәләрен өҫтәп финанслау кимәлдәре лә раҫланды. Башҡортостан өсөн өҫтәп финанслау кимәле 45,7 процент күләмендә билдәләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть