Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөнөң ваҡлап һатыу өлкәһендә үҫеш күҙәтелә

Иҡтисад

Өфө ҡалаһының берәмләп сауҙа итеү өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә республика баш ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, ағымдағы йылдың тәүге алты айында уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы хаҡтар менән сағыштырғанда үҫеш 105 процент тәшкил иткән.  

— Хәлдәрҙең яҡшырыуы күҙәтелмәгән берҙән-бер йүнәлеш был өлкәлә — ул йәмәғәт туҡланыуы, — тине ҡала башлығы. – Йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы хаҡтар менән сағыштырғанда ни бары 96 процент тәшкил иткән. Был халыҡтың һаман да иҡтисади көрсөк эҙемтәләрен кисереүе менән аңлатыла. Йәмәғәт туҡланыу предприятиеларына барыу кешенең төп ихтыяждары иҫәбендә иң һуңғы позицияларҙың береһендә тора бит. Кафе йәки ресторанға халыҡ башҡаһы менән етәрлек тәьмин ителгән осраҡта ғына юллана.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть