3 декабрь, Шәмбе

27 июль 2010 йыл, 17:20

«Ихлас» мәсетендә финанс-инвестицион компания ойошторолған

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң «Ихлас» мәсетендә «Ихлас-инвест» финанс-инвестицион компания ойошторолған. Уны ойоштороу инициативаһы менән финанс өлкәһе менән әүҙем ҡыҙыҡһынған дин тотоусы ябай халыҡ сығыш яһаған. Уларҙың күптәре быйыл һәм былтыр Мәскәүҙә һәм Ҡазанда үткәрелгән ислам бизнесы буйынса халыҡ-ара саммитарҙа ҡатнашҡан.

Был ваҡиға дини йорт булыуҙан тыш, күптән оло социаль-мәҙәни комплексҡа әйләнгән мәсет өсөн бик урынлы күренеш. «Ихлас» ҡарамағында мосолман интеллигенцияһының ижади берекмәһе ойошторолған, нәшриәт, типография, телестудия, туристик фирма, магазин эшләп килә, мәсеткә йөрөүселәр өсөн ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү курстары үткәрелә.

темалар: дин