4 декабрь, Йәкшәмбе

27 июль 2010 йыл, 16:59

Өфөлә энергияны һаҡлау үҙәге асыласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө властары августа ҡала энергия ресурстарын һаҡлау программаһын тормошҡа ашырыу менән бәйле бөтә кәрәкле мәғлүмәтте алырға мөмкин булған энергияны һаҡлау үҙәге асырға планлаштыра. Был турала Өфө хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә ҡала башлығының беренсе урынбаҫары Ирек Ялалов хәбәр итте.  

«Өфөлә 2009 – 2013 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем перспективаға энергияны һаҡлау» ҡала маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу республика баш ҡалаһында былтыр июндә башланды. Өфө, Мәскәүҙән ҡала, энергияны һаҡлау буйынса комплекслы эш башланған Рәсәйҙең икенсе ҡалаһы булды. Программа ҡалала электр энергияһын, һыуҙы, йылылыҡ энергияһын һәм тәбиғи газды ҡулланыуҙы йыл һайын өс процентҡа кәметеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ, планға ярашлы, 2011 йылдың 1 ғинуарына тиклем энергоресурстарҙы иҫәпкә алыу приборҙары менән ҡаланың бөтә бюджет учреждениелары тәьмин ителергә тейеш.  

Хәйер, ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итеүенсә, мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы, балалар баҡсаларын һәм башҡа социаль учреждениеларҙы иҫәпләү приборҙары менән йыһазландырыу тағы ла иртәрәк – быйыл 1 октябргә, һыуыҡтар төшкәнгә тиклем, тамамланырға тейеш.