9 декабрь, Йома

27 июль 2010 йыл, 16:41

Башҡортостанда тыуым артыуы дауам итә, үлем кәмей

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Ағымдағы йылда республиканың демографик үҫеше тыуымдың 3,1 процентҡа артыуы һәм үлемдең 3 процентҡа кәмеүе менән билдәләнгән. Башҡортостан халҡының тәбиғи артыуы 2010 йылдың тәүге алты айында 3,5 промилле тәшкил иткән. Был турала Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһының беренсе ярты йыллыҡтағы эш һөҙөмтәләре буйынса ултырышында  һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Евсюков хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, отчет осоронда транспорт һәм бәхетһеҙлек осрағы менән бәйле үлем күрһәткесенең — 11,3 процентҡа, ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан – 16,8 процентҡа, шештәрҙән (шул иҫәптән яман шештәрҙән) – 11,8 процентҡа, туберкулездан үлеү осрағының 2 процентҡа кәмеүе күҙәтелгән. Шулай уҡ дөйөм ауырыуҙар иҫәбе лә 0,3 процентҡа кәмегән.

Шул уҡ ваҡытта ведомство етәксеһе вазифаһын башҡарыусы ултырышта ҡатнашыусыларға дөйөм ауырыуҙар структураһында тын алыу органдары ауырыуҙарының (20,6%), ҡан әйләнеше системаһы (15%), аш һеңдереү органдары ауырыуҙарының (9,1%) нығыраҡ таралыуына иғтибар итергә ҡушты.

—ВИЧ-инфекция менән ауырыу осрағы артҡан, наркомания, токсикомания, енси юл аша таралыусы инфекциялар, хроник алкоголизм – кәмегән. Федераль яза башҡарыу системаһы учреждениеларында туберкулездың ярайһы үҫешеүе теркәлгән, — тип мәғлүмәт бирҙе Андрей Евсюков.

Министр вазифаһын башҡарыусы йәнә медицина ярҙамын ойошторғанда артабан халыҡ үлеменең юғары кимәлен формалаштырыусы ауырыуҙар һәм травмалар (инсульт, инфаркт, онкология, йәрәхәттәр һәм ағыуланыу) менән бәйле тиҙ медицина ярҙамы проблемаларын хәл итеү төп урында буласаҡ, тип белдерҙе.

— Муниципаль-ара махсуслаштырылған үҙәктәр ойоштороуға һәм уларҙы йыһазландырыуға айырым иғтибар биреләсәк. 300 меңдән 500 мең кешегә иҫәпләнгән йөрәк-ҡан тамырҙары, онкологик сирҙәр, травмалар буйынса муниципаль-ара  бүлексәләр ойоштороу планлаштырыла һәм улар заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ, — тине БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы вазифаһын башҡарыусы.

темалар: һаулыҡ һаҡлау