11 декабрь, Йәкшәмбе

27 июль 2010 йыл, 16:13

Төҙөлөш өлкәһендәге проблемаларға айырым иғтибар биреләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың БР Профсоюздар федерацияһы менән осрашыуы ваҡытында төҙөлөш тармағы яҙмышы ла тикшерелде.

Халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарында кире сағылған иҡтисади көрсөк төҙөлөшкә лә ҡағылмай ҡалманы. Һәм 2008 йылға тиклем әүҙем үҫешкән тармаҡ аҫҡа тәгәрәне.

— Көрсөк ваҡытында беҙ өс меңгә яҡын ағзабыҙҙы юғалттыҡ, бөгөн 20 меңгә яҡын кеше тулы көскә эшләмәй – ҡыҫҡартылған эш аҙнаһы йәки ҡыҫҡартылған эш көнө режимында эшләй, — тине республика төҙөлөш һәм төҙөлөш материалдары сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Павел Александров.

Һуңғы ваҡытта төҙөлөш өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең дә эш хаҡы ныҡ ҡына кәмене. Әгәр 2008 йылда ул уртаса 14 – 17 мең һум тәшкил итһә, 2009 йылда иһә – 12 мең, ә хәҙер ете-туғыҙ мең һум кимәлендә. Өҫтәүенә эш хаҡын ике-өс айға тотҡарлау ғәҙәти күренешкә әйләнде.  

Бөгөн республика төҙөүселәр профсоюзын борсоған икенсе бер проблема – тармаҡҡа сит илдәр эшсе көстәрен йәлеп итеү.  

— Башҡа илдәрҙән ялланған эшселәр республикабыҙ халҡы эшләй алырлыҡ вакансияларҙы биләй, — тине Павел Александров. — Ә был эшһеҙлек менән былай ҙа яҡшынан булмаған хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра.  

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бөгөн төҙөлөш – халыҡ хужалығының иң ҡатмарлы тармаҡтарының береһе. Унда проблемалар күп булыу ғына түгел, “ҡараңғы урындар” ҙа байтаҡ. Әйтәйек, шул уҡ эш хаҡы менән барыһы ла шыма булмауы ихтимал.  

— Һәр хәлдә республикала төҙөлөш өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итеүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк, — тине Рөстәм Хәмитов. – Ә бөгөн тармаҡ алдында торған төп бурыс – торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен арттырыу. Ул беҙҙә йылына дүрт-биш миллион квадрат метрға етергә тейеш.