10 декабрь, Шәмбе

27 июль 2010 йыл, 15:15

Мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың иғтибар үҙәгендә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хәл Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың БР Профсоюздар федерацияһы активы менән осрашыуы барышында тикшерелгән төп мәсьәләләрҙең береһе булды.

Бөгөн мәғариф хеҙмәткәрҙәренең төп проблемаһы – ул эш хаҡының түбән кимәле. Бөгөнгә ул Башҡортостанда уртаса 9,9 мең һум тәшкил итә. Был Рәсәй буйынса ни бары 47-се һәм  Волга буйы федераль округында алтынсы күрһәткес. Ә республика буйынса уртаса эш хаҡынан педагогтарҙың эш хаҡы ни бары 64 процент тәшкил итә.  

Күптән түгел генә мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын тармаҡтағы штат һанын оптималләштереү иҫәбенә арттырасаҡтар, тип ышандырҙылар. Әммә республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе Светлана Пронинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, былтыр республикала 5,8 мең педагогик кадрҙар ҡыҫҡартылды, ә шул уҡ ваҡытта эшләргә ҡалғандарының эш хаҡы һиҙелерлек артманы. Ҡыҫҡартыуға эләккән кешеләр эшһеҙ тороп ҡалды. Муниципаль властарға ҡайтанан әҙерлек планлаштырып, эшһеҙ ҡалған педагогик кадрҙарҙы артабан эшкә урынлаштырырға кәрәр ине лә бит.

Президент белем биреү учреждениеларын автономиялы статусҡа күсереүгә иғтибар йүнәлтте. Профсоюздар фекеренсә, был процесс ентекле уйланырға тейеш.  

— Әгәр хәҙер беҙ белем биреү учреждениеларын автономиялы статусҡа күсерһәк, уларҙың күптәре тиҙҙән ябылыуға дусар буласаҡ, — тип иҫәпләй Светлана Пронина. – Был осраҡта уларҙы финанслауҙың күп өлөшө уларҙың хеҙмәтен ҡулланыусыларға төшәсәк бит. Ә халыҡтың быға хәленән килеүе икеле.  

Быларҙан тыш, мәғариф өлкәһендә тағы бер көнүҙәк проблема бар. Был республикала балалар баҡсалары етешмәү.

— Беҙ тыуымды арттырыуҙы стимуллаштырабыҙ, яңы мәктәптәр төҙөйбөҙ. Әммә баланың тыуыу һәм уны мәктәпкә оҙатыу араһында демографик үҫешкә ҡаршылыҡ ҡуйыусы тар урынды күрмәйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Һәм был балалар баҡсалары менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә әүҙем хәл итергә кәрәк.

Мәғарифта барлыҡҡа килгән проблемаларҙың күбеһе һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә актуаль. Был өлкә хеҙмәткәрҙәренең дә эш хаҡы түбән. Етмәһә, бында хеҙмәткәрҙәрҙең төрлө категорияһының табыш кимәле ҡырҡа айырылыуы проблеманы тағы ла тәрәнәйтә. Әгәр табиптарҙың айлыҡ уртаса эш хаҡы сағыштырмаса лайыҡлы кимәлдә – 21 мең һум тирәһе булһа, кесе медицина персоналының саҡ ете меңгә етә.  

Эш хаҡының түбән кимәленә бюджет хеҙмәткәрҙәренең башҡа социаль проблемалары бәйләнгән. Уларҙың иң киҫкене – торлаҡ менән тәьмин итеү. Яҡын араларҙа ғына үҙҙәренең эш хаҡы ҡырҡа артмаясағын аңлап, педагогтар һәм медиктар бөгөн айырыуса мохтаж булған хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса маҡсатлы программаларға иҫәп тота һәм үҙ проблемаларының күбеһе республиканың яңы етәкселеге тарафынан хәл ителер, тип өмөтләнә.