7 декабрь, Шаршамбы

27 июль 2010 йыл, 14:42

Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте 15 кешене ҡотҡарған

автор: Ольга Мортазина

Республика пляждары буйынса һуңғы туғыҙ рейд ваҡытында авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре 15 кешене ҡотҡарған, йәнә алты кешегә ярҙам күрһәткән. Халыҡты ярамаған урында һыу инеүҙән тыйып булмай, ти ҡотҡарыусылар, бигерәк тә бындай эҫелә.    

—  Йыһазландырылған пляждар күберәк булырға тейеш, — тип иҫәпләй Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Владимир Темашев. — Ә был муниципалитеттарҙан тора. Бәхетһеҙлек осраҡтары бик йыш ҡотҡарыусылар булмаған, үҙ аллы барлыҡҡа килгән пляждарҙа күҙәтелә. Беҙҙең бурыс — бәхетһеҙлек осраҡтары артыуын булдырмау, шуға күрә беҙ санкцияланмаған пляждар буйынса рейдтар үткәрәбеҙ.  

Ҡотҡарыусылар хеҙмәттең зона отрядтары көсө менән һәр ял һайын һыу ятҡылыҡтарына патруллек итә. Көн элгәре улар Кушнаренко районындағы Карьер күлендә, Яҡтыкүлдә, Дүртөйлө ҡалаһы янында Ағиҙел буйында, Баймаҡ районында Талҡаҫта, Нөгөш һәм Ҡарман һыуһаҡлағыстарында, Көйөргәҙе районындағы Бөгөлсән карьерында эшләне.  

Ҡотҡарыусылар ваҡытлыса постар урынлаштырҙы һәм ял итеүселәр менән эшләне, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре яҙылған листовкалар таратты, тейешле ярҙам күрһәтте.