Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда төҙөүселәр конкурсы тамамланды

Иҡтисад

Өфөлә Республика профессиональ төҙөлөш оҫталары конкурсының дүртенсе йомғаҡлау этабы тамамланды. Унда БР төп төҙөлөш комплексы предприятиелары малярҙары ҡатнашты. Конкурс ике этапта үтте: практика һәм теория буйынса. Баһалағанда башҡарылған эштәр күләменә, производство культураһына, төҙөлөш материалдарын экономиялауға, хәүефһеҙлек техникаһын күҙәтеүгә һәм, әлбиттә, сифатҡа ҙур әһәмиәт бирелде.      

Һөҙөмтәлә ҡуйылған бурысты “3-сө БНЗС төҙөлөш фирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте малярҙары Вера Шаверская менән Розалия Ситдиҡова бик яҡшы үтәп сыҡты һәм беренсе урынды яуланы ла. Балдар суммаһы буйынса икенсе урын «3-сө Генподряд төҙөлөш тресы» йәмғиәте малярҙары Зөлфиә Хисмәтуллина менән Фәнилә Мукаева звеноһына бирелде. «Бронза» — «БашУралОтделСтрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре Екатерина Исанова менән Анастасия Куклиновскаяла.

Бөтә еңеүселәр һәм призерҙар Почёт грамоталары, ҡиммәтле приздар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть