9 декабрь, Йома

27 июль 2010 йыл, 11:23

Эҫе һауа торошо арҡаһында хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең көн тәртибе үҙгәрҙе

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Аномаль эҫе көндәр хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең көн тәртибенә лә үҙгәрештәр индергән. Һалдат һәм офицерҙарҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар комплексы Волга буйы – Урал хәрби округында әҙерләнгән, тип хәбәр итте Волга буйы – Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийының матбуғат секретаре Игорь Горбуль.

Атап әйткәндә, кәрәк булғанда ағымдағы бурыстарҙы эҫе төшкәнсе башҡарыу өсөн иртән тороу ваҡытын алғараҡ күсереү рөхсәт ителә. Шулай итеп, күнекмәләрҙән һәм эштәрҙән һуң хәрбиҙәрҙең шәхси ваҡыты арта.

Шәхси состав менән эҫе һуҡҡанда тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса пландан тыш күнекмәләр үткәрелгән. Ялан шарттарында эсәр һыу менән өҫтәмә тәьмин итеү ойошторолған, ҡояштан һаҡланыу өсөн маскировка селтәрҙәренән япмалар ҡоролған.