6 декабрь, Шишәмбе

29 июль 2010 йыл, 10:57

Августа Өфө эшҡыуарҙарын бушлай өс консультация көтә

автор: Любовь Колоколова

Өфө эшҡыуарҙар берләшмәһе Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә августа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре менән бәйле бушлай өс консультация үткәрелә.  

Шулай итеп, 4 августа «Реклама. Өфөлә тауар һәм хеҙмәттәрҙе алға ебәреү» темаһына консультацияны «Респект» хоҡуҡ компанияһының реклама бүлеге начальнигы Эдуард Шәрәфетдинов үткәрәсәк.

11 августа «Бизнес-партнер» компанияһы директоры Диана Киселева «Нимә ышаныслыраҡ – штатта бухгалтер тотоумы әллә бухгалтер иҫәп-хисабын махсус ойошмаға тапшырыумы?» темаһына консультация бирәсәк.

18 августа Өфө Эшҡыуарҙар берләшмәһе директоры Вероника Воронина нисек яңы эш асыу тураһында һөйләйәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, консультациялар 16 — 18 сәғәттәрҙә үтә. 241-47-44 телефоны буйынса алдан яҙылыу мотлаҡ. Офистың адресы: Өфө, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1.

темалар: эшҡыуарлыҡ