3 декабрь, Шәмбе

27 июль 2010 йыл, 9:13

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт порталы эше менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙеләр

автор: Сергей Захаров

— Әлеге ваҡытта Башҡортостан мәғлүмәт йәмғиәте үҫеше күрһәткестәре буйынса рейтингта 51-се урында тора, — тип белдерҙе бөгөн министрлыҡ һәм ведомстволарҙың мәғлүмәт технологиялары буйынса белгестәре менән осрашыуҙа БР Хөкүмәте вице-премьеры – финанс министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Ғәскәров.

— Республика дәүләт хеҙмәттәре порталы тулы ҡеүәтенә эшләргә, ә ағымдағы йыл аҙағына 75 дәүләт хеҙмәте электрон төргә күсерелергә тейеш. Быға береһе лә ҡалмай бөтә ведомстволар ҙа ҡушылырға тейеш. Үтәмәгәндәр өсөн айырым талап буласаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер вазифаһын башҡарыусы.

Уның әйтеүенсә, мәғлүмәт технологияларын үҫтереү, дәүләт структуралары эшмәкәрлегенә яңы ҡараш формалаштырыу буйынса бурыстарҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Хәмитов үҙенең инаугурацияһы мәлендә “хәҙерге заман шарттарында дәүләт һәм муниципаль идара итеүҙең сифатлы һәм юғары һөҙөмтәле механизмдарын булдырыу, граждандар йәмғиәтенең барлыҡ ресурстарын эшкә ҡушыу үтә мөһим” булыуына иғтибарын йүнәлтте. Уның фекеренсә, “заманса мәғлүмәт технологияларына күсеү темптарын тиҙләтеү, халыҡ менән даими бәйләнеш өсөн, уларҙың фекерен һәм теләктәрен иҫәпкә алыу өсөн Интернеттың мөмкинлектәрен файҙаланыу зарур. Власть үҙ граждандары өсөн асыҡ һәм яҡын булырға тейеш”.  

Белешмә өсөн. 2007 йылда Башҡортостанда республика дәүләт власы органдарының таныҡлау үҙәге эшләй башланы.  

Ойошторолған көнөнән алып электрон цифрлы ҡултамға ҡулланылған электрон документ әйләнеше системаһына 15 меңдән ашыу дәүләт һәм муниципаль ойошмалар тоташҡан. Ете меңдән ашыу кеше шулай уҡ электрон цифрлы ҡултамға файҙалана.