7 декабрь, Шаршамбы

26 июль 2010 йыл, 17:55

Башҡортостан наркополицейскийҙары бер аҙна эсендә биш меңдән ашыу наркодозаны ҡулға төшөргән

автор: Юлай Мәғсүмов

Уҙған аҙнала Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы менән наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә  47 енәйәт һәм хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған, 38 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бер аҙна эсендә Башҡортостан наркополицейскийҙары наркотиктарҙың ярайһы ҙур 13 партияһын тартып алған. Ете килограмдан ашыу марихуана, 1,5 килограмм самаһы мәк һаламы, 150 грамдан ашыу гашиш майы, шулай уҡ 50 дозанан ашыу героин законһыҙ әйләнештән алынған. Тартып алынған  наркодозалар күләме 5200-гә етә ала ине, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына наркополицияның матбуғат хеҙмәтенән.  

«Мәк» операцияһы сиктәрендә Борай районының Иҫке Туҡтар ауылында 50 йәшлек ҡатындың шәхси хужалығын тикшереү барышында наркополицейскийҙар 4,5 килограмм марихуана, шулай уҡ 200 грамдан ашыу мәк һаламы тапҡан һәм тартып алған. Тикшереү алып барыла.  

Туймазыла элек урлашҡаны өсөн хөкөм ителгән 40 йәшлек ир ҡулға алынған, оперативниктар унда килограмдан ашыу марихуана тапҡан.

Ошо уҡ «Мәк» операцияһы сиктәрендә, Бәләбәйҙә бығаса хөкөм ителгән 40 йәшлек эшһеҙ ир ҡулға алынған, уның менән наркополицейскийҙар 1,2 килограмдан ашыу мәк һаламы тапҡан.