8 декабрь, Кесе йома

26 июль 2010 йыл, 17:45

Яңы иҫтәлекле дата - Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамланыу көнө

автор: "Башинформ"

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев "Рәсәйҙең хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында" федераль закондың 1 статьяһына (1) үҙгәрештәр индереү тураһында” федераль законға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә дәүләт башлығының матбуғат хеҙмәте.

Дәүләт Думаһы тарафынан 7 июлдә ҡабул ителгән һәм Федерация Советы 14 июлдә хуплаған закон менән Рәсәйҙең яңы иҫтәлекле датаһы билдәләнә: 2 сентябрь — Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланыу көнө (1945 йыл).  

1945 йылдың 2 сентябрендә Японияның бер һүҙһеҙ капитуляция яһауы тураһында Актҡа ҡул ҡуйыла. Был актҡа союздаш дәүләттәрҙең, шул иҫәптән Советтар Союзының, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан вәкилдәре ҡул ҡуя. Был көн Икенсе бөтә донъя һуғышының тамамланыуын билдәләй.