11 декабрь, Йәкшәмбе

26 июль 2010 йыл, 17:10

Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына дәғүәселәр исемдәре билдәләнде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы 2010 йылғы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарап, конкурста ҡатнашыуға түбәндәге дәғүәселәрҙе индерергә ҡарар итте:

Арыҫланов Рифхәт Мөхәмәд улы – рәссам, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы «Башҡорт сюитаһы» художестволы әҫәрҙәр циклы өсөн. «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы Төбәк бүлексәһе тарафынан күрһәтелде.

Батталова Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының телевидение студияһы ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар баш редакцияһының баш мөхәррире һәм Ғатауллин Урал Минизар улы – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы телеоператоры Башҡортостандың күренекле шәхестәре тураһында телефильмдар циклы өсөн: «Йөрәк» — билдәле башҡорт шағиры, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаров тураһында; «Мин үлмәнем, башҡорттарым!» — Башҡортостан Республикаһының милли батыры С.Юлаев тураһында; «Әхмәт-Зәки Вәлиди Туған. Оҙайлы ҡайтыу юлы». «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан күрһәтелде.

Камалов Ринат Әлтәф улы – яҙыусы, З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте дәүләт унитар предприятиеһының художестволы әҙәбиәт мөхәрририәте мөдире «Әлфирә» китабы өсөн (Романдар: Әлфирә. Вариҫтар. Ҡәрҙәштәр), «Китап», 2008 йыл. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар идараһы тарафынан күрһәтелде.

Килмәмәтов Рәмил Исмәғил улы – профессиональ фоторәссам, «Республика халыҡ ижады үҙәге» Дәүләт мәҙәниәт учреждениеһының кино-фото бүлеге начальнигы уңышлы күргәҙмә эшмәкәрлеге һәм «Башкортостан в сердце моем», «Башкортостан – мой отчий дом» китап-фотоальбомдары өсөн. Башҡортостан Республикаһы Фоторәссамдар союзы тарафынан күрһәтелде.

Круглов Григорий Михайлович – рәссам, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы «Генерал Шайморатовтың һуңғы алышы» картинаһы өсөн. «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы Төбәк бүлексәһе тарафынан күрһәтелде.

Сабитов Рөстәм Нариман улы – композитор, дирижер, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы ағзаһы М.Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы буйынса «Прометей» балетына музыка өсөн. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Художество советы тарафынан күрһәтелде.

Комиссия йәмәғәт ойошмаларынан, предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар коллективтарынан һәм айырым кешеләрҙән 2010 йылғы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына дәғүә итеүгә күрһәтелгән эштәрҙе тикшереүҙә ҡатнашыуҙарын, 2010 йылдың 15 сентябренә тиклем матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио тапшырыуҙарында йәки 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡаев урамы, 46, 419-сы бүлмә адресы буйынса хат яҙып (телефондар: 250-02-40, 250-02-32), үҙ фекерҙәрен, тәҡдимдәрен һәм иҫкәрмәләрен белдереүҙәрен үтенә.