Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Диниә назаратында Иран илсеһе советнигы Хашеме Чегини менән осрашыу

Сәйәсәт

Уҙған йома көндө Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин Иран илсеһе советнигы Хашеме Чегини менән осрашты. Әңгәмә барышында ике яҡ араһында артабанғы хеҙмәттәшлек перспективалары тикшерелде.  

Әлеге ваҡытта Иран менән БР мосолмандары Диниә назараты араһында мөнәсәбәттәр ярайһы уҡ уңышлы үҫешә. Мәҫәлән, Башҡортостан дини хеҙмәткәрҙәренең Иранға белем алыу маҡсатында сәфәрҙәре изге традицияға әйләнде. Үҙ сиратында Иран ғалимдары һәм дин белгестәре республикабыҙ дини белем биреү учреждениеларында дәрестәр үткәрә. Өфөлә, мәҫәлән, Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә бер нисә йыл инде Ирандан педагог Сирус Борзу эшләй. Быйыл яҙ уның БР мосолмандары Диниә назараты бинаһында «Иран мәсеттәре» тигән фотокүргәҙмәһе үтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть