5 декабрь, Дүшәмбе

26 июль 2010 йыл, 15:18

Татарстанда шәхси ярҙамсы хужалыҡтар 200 миллион һум самаһы бюджет ярҙамы аласаҡ

автор: "Башинформ"

Татарстанда шәхси хужалыҡтар 200 миллион һум самаһы бюджет ярҙамы аласаҡ, тип хәбәр итә «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы. Крәҫтиән ихатаһындағы һәр һыйырға иҫәп менән 5-әр центнер иген бүлеп биреләсәк. Был турала Татарстандың Фермерҙар һәм крәҫтиән хужалыҡтар ассоциацияһы рәйесе Камияр Байтимеров белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, крәҫтиән хужалыҡтарында 130 мең баш һыйыр тотола. Бүленгән саралар һәр һыйырға бишәр центнер иген һатып алыуға ғына етә. Камияр Байтимеров фекеренсә, алдағы ҡышҡа крәҫтиәндәр бесән һәм һаламды әле үҙҙәренең агросәнәғәт предприятиеларына ҡуртымға бирелгән ер пайҙары иҫәбенән ала ала. Ә игенде ҡайҙандыр алыу мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә иген фуражы сифатында бирелгән финанс ярҙамы быйылғы йылдағы аномаль ҡоролоҡ шарттарында бик тә урынлы буласаҡ.

темалар: ҡоролоҡ