11 декабрь, Йәкшәмбе

26 июль 2010 йыл, 15:17

Рөстәм Хәмитов шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ярҙам күрһәтергә ҡушты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте | фото: Айрат Нурмухаметов

Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ағзалары ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе. Осрашыуҙа ағымдағы социаль-иҡтисади хәл тикшерелде. Ҡоролоҡ шарттарында ауыл хужалығында эштәр торошо, банк өлкәһендә һәм төҙөлөш комплексында хәлдәр тураһында һүҙ алып барылды.

Кәңәшмәлә Рөстәм Хәмитов, ҡоролоҡ шарттарында, ҙур ауыл хужалығы  предприятиелары менән бер рәттән, шәхси ярҙамсы хужалыҡ хужалары ла ҙур юғалтыуҙар кисерә, тип билдәләне. Башҡортостан Президенты фекеренсә, был сектор хәҙер етди дәүләт ярҙамына мохтаж.

— Ҙур булмаған шәхси хужалыҡтар йыл һайын ярайһы уҡ күләмдә ауыл хужалығы продукцияһы үҫтерә һәм һата, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Быйыл ҡоролоҡ арҡаһында был секторҙа ҡатмарлы хәл күҙәтелә – йәшелсәләр уңманы, һыйыр малы өсөн мал аҙығы запасы юҡ. Шуға күрә уларҙың хужалыҡтарын һаҡлау, был секторҙы һаҡлап алып ҡалыу өсөн шәхси хужаларға ярҙам күрһәтергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты Финанс министрлығына һәм Ауыл хужалығы министрлығына  проблеманы өйрәнергә һәм бер аҙна эсендә уны хәл итеү юлдарын табырға ҡушты.  

Кәңәшмәлә шулай уҡ Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың ҙур ҡалаларында балалар баҡсалары етешмәү проблемаһына иғтибар йүнәлтте. Шуның менән бәйле Рөстәм Хәмитов «Балалар баҡсаһы» республика программаһы проектын әҙерләргә тәҡдим итте.