9 декабрь, Йома

26 июль 2010 йыл, 14:42

Биш айҙа тышҡы сауҙа әйләнеше 4,2 миллиард доллар тәшкил итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһының 2010 йылдың ғинуар-май айындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 4,2 миллиард АҠШ доллары тәшкил итте, был республиканың бөтә тышҡы сауҙа тарихында иң юғары биш айлыҡ күрһәткес һәм 2009 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 2,3 тапҡырға артығыраҡ булды. Был мәғлүмәттәрҙе Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы килтерә.

Башҡортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе туҡтауһыҙ үҫтереүен һәм тышҡы сауҙа күләмдәрен арттырыуын дауам итә. Республиканың тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлек географияһы киңәйә. Быйыл республика продукцияһын донъяның 81 иле һатып алды, үҙ сиратында, республика 55 сит ил тауарҙарын һатып алды. Беҙҙә Европа илдәре, АҠШ, Ҡытай, Һиндостан, Төркиә, Япония, ғәрәп донъяһы илдәре һәм башҡа дәүләттәр менән ныҡлы иҡтисади бәйләнештәр юлға һалынды.

Республиканың тәүге ун партнерына Нидерландтар, Франция, Латвия, Чехия, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, Венгрия, Ҡытай, АҠШ кеүек илдәр инә, улар менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме республика тышҡы сауҙа әйләнешенең 2/3 өлөшөн тәшкил итә.

Тышҡы сауҙаның географик структураһында элеккесә БДБ-нан тыш илдәр өҫтөнлөк ала, улар өлөшөнә бөтә тауар әйләнешенең 85 проценты тура килә.