10 декабрь, Шәмбе

27 июль 2010 йыл, 13:12

ИнвестКапиталБанк клиенттары ЮХХДИ штрафтарын Интернет аша түләй ала

автор: "Башинформ"

ИнвестКапиталБанк клиенттары алдында ваҡытты экономиялау өсөн йәнә бер мөмкинлек булдырҙы. Ошо көндән алып Башҡортостан территорияһындағы «Персональ Банкир» Интернет-банкинг системаһы ҡулланыусыларының барыһы ла ЮХХДИ штрафтарын Интернет аша түләй ала.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре яҙып биргән штрафтарҙы түләү өсөн оҙайлы ваҡыт сиратта тороу кәрәклеге билдәле. Әммә быныһы иң ҡурҡынысы түгел әле. Иң ауыры – штраф түләү өсөн ЮХХДИ органдарына йәки банкка барырға ваҡыт табыу. Дәүләт менән ҡабул ителгән һуңғы закон буйынса штраф түләмәгән өсөн ун биш тәүлеккә иректән мәхрүм ителеүең дә ихтимал. Был фонда штрафтарҙы ваҡытында түләмәү мәсьәләһе йәнә ҡырҡыулаша.

ИнвестКапиталБанк үҙенең клиенттарына, «Персональ Банкир» Интернет-банкинг хеҙмәтен ҡулланыусыларға, штрафтарҙы Интернет аша ҡапларға тәҡдим итә. Бының өсөн махсус юлдарға постановлениеның серияһын, номерын һәм датаһын индерергә, сумманы күрһәтергә һәм, бер төймәгә генә баҫып, штрафты түләүҙе раҫларға кәрәк. Шул уҡ мәлдә ЮХХДИ органдарына штраф түләү тураһында бер ниндәй ҙә квитанция күрһәтеү кәрәкмәй, сөнки банк белдереү ҡағыҙын органға үҙе ебәрә. Шуны ла билдәләргә кәрәк: штрафтарҙан тыш, был система аша торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә, мобиль бәйләнешкә, Интернетҡа түләргә һәм башҡа төрлө түләүҙәр башҡарырға мөмкин.