11 декабрь, Йәкшәмбе

26 июль 2010 йыл, 13:05

Энергетиктар һыу етешмәүгә юл ҡуймаясаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Быйыл июлгә Йомағужа ГЭС-ына һыу килеү ҡырҡа кәмене. Гидроэлектростанциянан түбән Ағиҙелгә ҡойоусы бөтә йылғалар ҡороно. Мәләүез, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында һыу һаҡлағыстың түбәнге бьефына 30 кубометр һыу ағыҙыу арҡаһында халыҡты һәм сәнәғәт предприятиеларын һыу менән тәьмин итеү хәле сиктән тыш көсөргәнешле түгел. Һыу һаҡлағыстан һыу ағыҙыу төрлө көндәрҙә һыу килеүҙән 4-7 тапҡырға ашып китә. Интенсив һыу ағыҙыу арҡаһында һыу һаҡлағыста һыу кимәле тәүлегенә ун сантиметрға кәмей, ҡайһы бер урындарҙа яр буйы һыҙығы ҡәҙимге билдәнән  30 метрға төштө. Өс турбинанан энергетиктар береһен төндә һәм икеһен көндөҙ файҙалана.  Улар, Павловка ГЭС-ынан коллегалары кеүек үк, электр энергияһы эшләп сығарыу менән бер рәттән, ҡалаларҙы һыу менән тәьмин дә итә.  

«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, хатта көҙ аҙағына тиклем ямғырҙар яумаған һәм ҡыш ҡар аҙ яуған хәлдә лә, Башҡортостандың төп ике йылғаһы буйлап ҡалалар һәм ауылдар кәрәкле һыу күләмен аласаҡ, тип иҫәпләйҙәр. Павловка ГЭС-ынан гидроэнергетиктар үҙ көстәре менән хәлдән сығасаҡ. Йомағужа ГЭС-ына килгәндә, августа уларға Нөгөш һыу һаҡлағысын файҙаланыусы коллегалары ярҙамға киләсәк. Ул күптән республиканың рекреацион ынйыһына әйләнде, уның яры буйлап күп һанлы санаторийҙар, пансионаттар һәм ял базалары урынлашҡан. Бөгөн һыу һаҡлағыс ике кубометр самаһы һыу бирә, ә бер айҙан йәйге отпускылар осоро тамамланғас, һыу ағыҙыу 10-14 кубҡа етәсәк.