Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Тышҡы баҙарҙы машиналар эшләү, химия һәм металлургия продукцияһы тулыландыра

Иҡтисад

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегендә машиналар эшләү комплексы продукцияһы, химия продукттары һәм металдан изделиелар элеккесә төп урынды биләй. Быйыл беренсе ярты йыллыҡта ла был өлкәлә эшмәкәрлек һөҙөмтәләре шундай уҡ.  

БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек менән 500-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма шөғөлләнә. Иң эре ҡатнашыусылар булып «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы», «Салауатнефтеоргсинтез», «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе», «Белорет металлургия комбинаты», «Сода», «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, Өфө нефть эшкәртеү заводтары һәм төбәктең тышҡы сауҙа әйләнешенең дүрттән өс өлөшөнән ашыуы тура килгән башҡа компаниялар тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть