4 декабрь, Йәкшәмбе

26 июль 2010 йыл, 11:39

Роспотребнадзор идаралығы ете партия аҙыҡ-түлек продуктын бракка сығарҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

“Роспотребнадзор”ҙың БР буйынса идаралығы белгестәре ете партия сифатһыҙ аҙыҡ-түлекте бракка сығарҙы. Атап әйткәндә, Өфө, Транспорт урамы, 46/1 адресы буйынса урынлашҡан «Байрам» магазинында яраҡлылыҡ ваҡыты үткән «Весёлый молочник» һөтө һатылған. Октябрь проспекты, 70 адресы буйынса «Милли традициялар» компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә  марка ярлығы булмаған ҡыҙҙырыу өсөн тултырмалар һатылған. Ошондай уҡ сәбәп буйынса туңдырылған бауыр ите партияһы бракка сығарылған.  

Өфөләге К. Маркс урамы, 24/1 адресы буйынса урынлашҡан «Баринофф» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә маркировка ярлығы ҡуйылмаған импорт сырҙың дүрт партияһы һатыуҙан алынған.  

Роспотребнадзор белгестәре ГОСТ 28188 талаптарына яуап бирмәгән «Байкал» газлы эсемлеге һатылыу фактын асыҡлаған. Эсемлек Өфө районының Дубрава ауылында алкоголһеҙ эсемлектәр ҡойоу цехында етештерелгән.