4 декабрь, Йәкшәмбе

26 июль 2010 йыл, 11:14

Ағиҙелдә иң төҙөк торлаҡ территорияһын һайлайҙар

автор: Сергей Захаров

Ағиҙелдә ҡала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ инициативаһы буйынса «Иң яҡшы ихата», «Иң яҡшы подъезд» һәм «Йорт буйынса иң яҡшы староста» исеменә смотр-конкурс ойошторолдо.

Ул ҡала халҡының мәҙәни кимәлен күтәреү, уларҙы үҙ йорттарына һәм ихаталарына һаҡсыл ҡарарға өйрәтеү, кешеләрҙе торлаҡ фондын һаҡлауҙы тәьмин итеүгә, йорт алды территорияларының санитар һәм эстетик торошон яҡшыртыуға йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.    

Кешеләргә яҡшы баһа алыу өсөн үҙ ихаталарын һәм подъездарын төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашырға, бында зирәклек, уйлап табыу һәләте һәм ижади фантазия күрһәтергә кәрәк.  

Һәр номинацияла тәүге өс еңеүсе приз сифатында мең ярым, бер мең һәм биш йөҙ һум аҡса аласаҡ.  

Конкурсҡа йомғаҡ яһау 15 сентябрҙән 1 ноябргә тиклем үткәреләсәк.