Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

2010 йылдың беренсе ярты йыллығында Башҡортостанда 757 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 757,7 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән 8486 фатир төҙөлгән. Был 2009 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 97 процент.  

Шәхси средстволар һәм банк кредиттары иҫәбенә дөйөм майҙаны 562,2 мең квадрат метрға тиң 5167 шәхси торлаҡ йорт төҙөлгән. Дөйөм республика буйынса файҙаланыуға тапшырылған йорттар араһында шәхси торлаҡ йорттар өлөшө 74,2 процент тәшкил иткән.  

«Башинформ» агентлығына БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, айырыуса әүҙем төҙөлөш Стәрлетамаҡта алып барылған, унда уҙған йыл менән сағыштырғанда 3,7 тапҡырға күберәк торлаҡ сафҡа индерелгән. Шулай уҡ Стәрлебаш районында юғары темптар билдәләнгән. Унда төҙөлөш 3 тапҡырға артҡан.

Башҡортостандың ике ҡалаһы һәм 16 районы ғына сафҡа индерелеүсе йорттар күләменең кәмеүенә юл ҡуйған. Илеш (2009 йыл кимәленә ҡарата 32,8%), Бүздәк (54,5%), Борай (54,7%) һәм Өфө (56,4%) райондарында торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса физик күләм индексы түбән.

Теги: төҙөлөш
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть