Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

«Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы – Рәсәйҙең милли ҡаҙанышы» конкурсына эштәр ҡабул итеү тамамлана

Йәмғиәт

2010 йылдың 30 июлендә мәғариф темаһын яҡтыртыусы киң мәғлүмәт саралары һәм журналистарҙың Бөтә Рәсәй конкурсының «PRO-мәғариф — 2010» — «Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы – Рәсәйҙең милли ҡаҙанышы» номинацияһына эштәр ҡабул итеү тамамлана.

Был номинациға радиотапшырыуҙар, телепрограммалар, матбуғатта йәки интернетта баҫылған материалдар тәҡдим ителергә мөмкин. Төп шарт – материалда Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы, уның төбәк этаптары, формалашыу тарихы, үткәреү үҙенсәлектәре һәм, әлбиттә, унда ҡатнашҡан һәм еңеүгә өлгәшкән һәләтле балалар төп тема булып торорға тейеш.  

Ҡатнашыусы конкурсҡа бер номинацияла бер журналист материалы ғына бирә ала.

Конкурс номинациялары, заявкалар ҡабул итеү сроктары һәм шарттары тураһында ентекле мәғлүмәт РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Йәмәғәтселек Советы сайтында конкурс Положениеһында бирелә: http://sovet-edu.ru/pro-obr/162/.

«PRO-мәғариф 2010» конкурсында федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары – киң маҡсатлы аудиторияға йүнәлеш тотҡан махсус һәм ижтимағи-сәйәси баҫмалар, теле- һәм радиокомпаниялар, интернет-порталдар һәм 2009 йылдың 15 октябренән 2010 йылдың 1 октябренә тиклем баҫылып сыҡҡан йәки эфирҙа яңғыраған журналист материалдары ҡатнаша ала.

Конкурстың башҡа номинациялары буйынса эштәр ҡабул итеү 2010 йылдаң 1 октябренә тиклем оҙайтыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть