4 декабрь, Йәкшәмбе

26 июль 2010 йыл, 9:41

ЮНЕСКО белешмәһе һатыуға сығарылды

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

Өфөнөң китап магазиндары кәштәләрендә «Башҡортостан Республикаһы буйынса белешмә» («Путеводитель по Республике Башкортостан») ЮНЕСКО китабы барлыҡҡа килде. ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың башҡарыусы директоры Өлфәт Йомағузин билдәләүенсә, был республика, уның тәбиғәте, тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡынданыраҡ танышырға теләүселәр, шулай уҡ киң уҡыусылар даирәһе өсөн тәғәйенләнгән үҙенсәлекле бер тәүге баҫма.  

Йыйынтыҡта  Башҡортостан тураһында рәсми мәғлүмәттән тыш, ауылдар, ҡалалар һәм райондар тарихынан ҡыҙыҡлы факттар, төбәктең иң матур урындары координаттары, ҡунаҡханалар, турбазалар һәм башҡа туристик комплекстар адрестары һәм телефондары бирелгән.  

Белешмә уңайлы классик форматта баҫылған. Китаптың күләме — 260 бит. Ул фотографиялар, график материалдар, карта һәм схемалар менән бай иллюстрацияланған.

Үҙенсәлекле белешмәне Башҡорт китабы йортонда, «Планета» китап селтәрендә, «Белая река» магазинында, шулай уҡ «Скиф» нәшриәтендә һатып алырға мөмкин.

темалар: нәшриәт эше